Башҡорт милли хәрәкәтенең сит илдәрҙәге комитеты 2023 йылдың 4 мартында башҡорт сәйәси эмигранттарының ҡоролтайында ойошторола.
Комитеттың төп маҡсаты — Башҡортостан Республикаһының артабанғы бойондороҡһоҙлоғона әҙерләнеү өсөн Башҡорт диаспораһының көстәрен берләштереү.
Комитет милләттең үҙбилдәләнешкә хоҡуғы нигеҙендә Башҡортостандың бойондороҡһоҙлоғона тыныс һәм демократик юлы менән өлгәшеү яғында тора.
Беҙ буласаҡ республиканың сәйәси һәм иҡтисади ҡоролошо планын әҙерләйбеҙ һәм фекерҙәребеҙҙе мөмкин тиклем күберәк ватандаштарға һәм донъя йәмәғәтселегенә еткерергә тырышабыҙ.
Шулай уҡ Комитет Украинаға ҡаршы хәрби агрессияһында Рәсәйҙе ғәйепләй һәм Украина халҡының азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшен хуплай.