Башҡорт милли хәрәкәте
Башҡорт милли хәрәкәте
Башҡорт милли хәрәкәте
Башҡорт милли хәрәкәте башҡорт тарихи ерҙәренең өлөшөндә урынлашҡан Башҡортостан Республикаһының (дәүләтенең) сәйәси һәм иҡтисади хоҡуҡтарын яҡлап уның тулы бойондороҡһоҙлоғона ынтыла. Әлеге заманда республика Рәсәй Федерацияһы составындағы автономиялы күп милләтле субъект булып танылған.
Был хәрәкәт Башҡорт һуғыштары, ихтилалдары һәм 1773—1775 йылдарҙағы Граждандар һуғышы дәүерҙәрендә башланып китә. Ул замандарҙа башҡорт иленең халыҡтары, империяға ҡаршы баш күтәреп, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлап сыға.
Башҡорт халҡы дәүләтселегенә нигеҙ һалыусы, 1917 йылда Беренсе Башҡорт Республикаһын ойоштороусы, хәҙерге Башҡортостанға нигеҙ һалыусы Зәки Вәлиди хәрәкәттең иң танылған шәхестәренең береһе булып тора. Уның сәйәси идеялары 1917—1919 йылдарҙағы Граждандар һуғышынан һуң Рәсәйҙе федерализациялауҙа мөһим роль уйнай.
СССР тарҡалғандан һуң башҡорт милли хәрәкәте яңы күтәрелеш ала. Республика һәм уның халҡы мәҙәни-иҡтисади өлкәләрҙә өҫтәмә хоҡуҡтар һәм иректәр яулап ала.
Хәҙерге авторитар режимы нығынған Рәсәйҙә башҡорт милли хәрәкәте һәм башҡа милли хәрәкәттәр ауыр ваҡыттар кисерә. Башҡортостан халҡының хоҡуҡтары тураһында һәр бер һүҙ Рәсәй властары тарафынан сепаратизм һәм экстремизмға тиңләштерелә, милли үҙаңды баҫтырыу күҙәтелә. Башҡорт халҡы этноцид һәм геноцид кисерә. Рәсәйҙең суверенлы Украинаға ҡаршы барған агрессия шарттарында, Путин режимы башҡорттарҙы үҙенең мәнфәғәттәре өсөн һуғышырға һәм һәләк булырға ебәрә. Башҡорт халҡы шулай уҡ лингвоцид кисерә. Рәсәй хаҡимиәте аңлы рәүештә башҡорт телен республиканың бөтөн тормош өлкәләренән юҡ итергә тырыша, уҡыу йорттарының программаларынан алып ташлай.
Шундай көслө баҫымға ҡарамаҫтан, башҡорт милли хәрәкәте активистары Башҡортостандың азатлығы өсөн, һәм унда йәшәүселәрҙең тыныс, бәхетле тормошта йәшәү, республикала үҙ хаҡимиәтен һайлау, туған телдә һөйләшеү һәм белем алыу, Мәскәү диктатураларынан бойондороҡһоҙ булыу хоҡуҡтары өсөн көрәште дауам итә.

2023-2024. Сит илдәге Башҡорт милли хәрәкәте Комитеты